... Эйе, алйотлоғом арҡаһында, бына тигән иремде, ике сабый баламды ташлап, шул елғыуарға эйәреп китеүемә һаман да үкенеп бөтә алмайым. Таҫма телләнеп тау-тау вәғәҙәләр биреп артымдан бер тотам ҡалмай ике ай эсендә башымды әйләндерҙе. Үҙенең сибәрлеге менән, теле менән, мин алйоттоң йөрәген яуланы. Ҡазанда, фатиры бар имеш, ҡатыны менән айырылышҡан, ирекле кеше тип, күкрәк һуғып маҡтанды. Ҡатыны м…




