VK
#Күңел серең - #Тайны Души
Ни өсөн яҙаһың ? Ҡасандан башлап яҙаһың? Ҡайҙан алып яҙаһың? Үҙең уйлап сығарып яҙаһыңмы? Миңә көн дә тиерлек ошондай һорауҙарҙы бирәләр. Хатта, уҡыған китаптарыңдан күсермәйһеңме тип тә һорап ҡуйҙылар бер заман. Ни өсөн яҙғанымды , үҙем дә аңламайым. Күңелемә яҙыласаҡ юлдар килһә, шуларҙы ҡағыҙ биттәренә теркәп барыу ғәҙәтемә ингән. Ул юлдар төндә йәки юлда тыуырға мөмкин. Яҙ һин, яҙ , тиҙәр күптәр. Тотоп алып ҡына, ҡана яҙайым әле , тип кенә яҙып та булмай шул. Илһамдың килгән мәле була, бөтөнләй килмәгән сағы бар. Йөрәк түренән күңелеңә , яҙыласаҡ юлдар үҙенән- үҙе урғылып сығып килһә генә, нимәлер төҫмөрләнә һәм яҙылаһы юлдар ҡағыҙ биттәренә сылбырҙай теҙелә. Күңелем сылбырҙарын теҙәм әле, теҙәм, уны яратып уҡыусылар булғанда.
#Күңел серең - #Тайны Души — сообщество ВКонтакте. На 18 октября 2026 у него 18 413 подписчиков. Последняя публикация — 1663 дня назад. Данные ТелеМакс, обновляются каждый час.
Число подписчиков снято вчера.





