Башҡортса рэп һөйөүселәр өсөн бик ҡыуаныслы яңылыҡ! Тәүге башҡорт рэперҙарының береһе [id163060934|Инсан] үҙенең сираттағы соло концертын иғлан итә. 2026 йылдың 22 ноябрендә киске сәғәт 7-лә Өфөләге М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙасаҡ сарала ул үҙ тректарын камера симфоник оркестрының тере аккомпанементы аҫтында башҡарасаҡ. Ошо йәһәттән был башҡортса рэп тарихында тәүге осраҡ була. …






